Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Декабрь 2021, 08:55

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән

Юлдағы хәүеф-хәтәрҙең сәбәбе төрлө. Руль артындағылар ҙа, йәйәүлеләр ҙә, пассажирҙар ҙа яуаплылыҡ хаҡында онотмаһын ине.

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән
Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән

Республика юлдарында 2021 йылдың ун айы эсендә барыһы өс меңдән артыҡ авария теркәлә. Уларҙа дөйөм 409 кеше һәләк була һәм 3768 кеше йәрәхәтләнә. Юл фажиғәләренең күбеһе, ике мең ярымдан артығы, юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмау сәбәпле булдырыла. Ошо уҡ ваҡыт арауығында 80-гә яҡын кеше ғүмерен өҙгән 816 йәйәүлеләрҙе тапатыу осрағы теркәлә. Юл үҙенең ҡорбандарын йәш, эш урыны, тәжрибәһе, матурлығы буйынса һайламай. Юл үҙенең ҡазаһынан ҡағиҙәләрен үтәүселәрҙе һәм иғтибарлыларҙы азат итә. Юлдарҙа имен йөрөгөҙ!

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән
Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: