Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ниндәй осраҡтарҙа ипотекаға тотонолған Әсәлек капиталын кире ҡайтарырға мөмкин?

Әгәр килешеү ялған булһа һәм уны суд раҫлаһа, әсәлек капиталын кире ҡайтарып буласаҡ. Әгәр килешеү:

Ниндәй осраҡтарҙа ипотекаға тотонолған Әсәлек капиталын кире ҡайтарырға мөмкин?
Ниндәй осраҡтарҙа ипотекаға тотонолған Әсәлек капиталын кире ҡайтарырға мөмкин?

— закон талаптарын боҙоп;

— вәкәләттәре булмаған вәкил менән;

— кешене алдап йәки ҡурҡытып;

— отошло булмаған шарттарҙа төҙөлһә, йәғни бер яҡ артыҡ ауыр шарттарҙа ҡалып, икенсеһе был мөмкинлектән файҙаланһа, уны ғәмәлдән сығарырға мөмкин.

Әсәлек капиталы был осраҡтарҙа Рәсәй Социаль фондына кире ҡайта. Капиталды ҡабаттан файҙаланыу өсөн уны ҡулланыу хоҡуғығыҙҙың тормошҡа ашырылмауын иҫбатларға кәрәк. Был да суд аша башҡарыла.

2⃣ Әсәлек капиталын файҙаланып ипотекаға алынған фатирҙы һатыуҙың ниндәй үҙенсәлектәре бар?

Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: бәлиғ булмаған бала милексе йәки бер өлөштөң хужаһы булған фатирҙы опека һәм попечителлек органдары рөхсәте менән генә һатырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта һатҡандан һуң милексе-бала мотлаҡ рәүештә башҡа торлаҡты йәки һатылған фатирҙағы кеүек үк өлөштө үҙ милкенә алырға тейеш.

3⃣ Әсәлек капиталын ипотека түләүҙәрен һуңлатҡан өсөн һалынған штрафты ҡаплауға тотонорға мөмкинме?

Әсәлек капиталын тәүге иғәнәгә тотонорға, шулай уҡ уның менән төп бурысты йәки проценттарҙы ҡапларға мөмкин. Ипотека түләүҙәрен һуңлатҡан өсөн тәғәйенләнгән штрафты, комиссия һәм пеняларҙы ғаилә капиталы менән түләргә ярамай.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: