Конгэк
0 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Йортоң йыйыштырылған, ихатаң төҙөк булһын

“Башҡорт ихаталары” республика программаһы-ғәмәлдә. Бөгөн ҡала ошо программаға ярашлы төҙөкләндерелә.

 Йыл дауамында  ҡалала күп ҡатлы йорттар, ихаталар төҙөкләндерелә. Уҙған йыл Техник урамы, 16, 18, 20 һәм Ленин урамы, 3б, 3а, 5, 5а адресы буйынса  ете күп фатирлы йорттан торған бер ихата биләмәһе төҙөкләндерелде. Милекселәр  үҙ уңайлыҡтарын күҙ уңында тотоп йыйылыш, сходта ремонт эштәренә төҙәтмә индеререгә  һәм фекерен белдерергә, шулай уҡ  эш барышын контролдә тоторға хоҡуҡлы. Был эш менән, ғәҙәттә, һайлап ҡуйылған йорт комитеты вәкилдәре шөғөлләнә. “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” һәм “Башҡорт ихаталары” – мөһим   программалар.

 “Паллет  Стандарт” йәмғиәте подрядсы булып тора.  Ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса эштәр ағымдағы йылдың авгусында теүәлләү планлаштырыла.
“Заманса ҡала мөхитен булдырыу” программаһы буйынса 2017 йылдан эшләй. Ошо йылдар арауығында  Мәләүездә бөтәһе 108 күп фатирлы йорт ихатаһы биләмәһе яңыса төҫ алған.

Йорт алды, подъездға инеү урындары  һәм автомобиль ҡуйыу майҙансыҡтарына  асфальт түшәлгән, йомшаҡ резина һәм ҡом менән ҡапланған балалар һәм спорт майҙансыҡтары кескәйҙәргә хәүефһеҙ уйын майҙансығына әүерелгән. Шулай уҡ эскәмйә һәм урналар, энергияны һаҡлаусы яҡтыртҡыстар ҡуйылған, биләмә йәшелләндерелгән. Ремонт үткән йорттарҙың подъездарында заманса мәғлүмәт  стенды, тышҡы яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡуйылған,  шулай уҡ бәләкәй архитектура формалары ла урынлы.

 “Башҡорт ихаталары”  республика программаһы ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Программаны финанслау өсөн аҡсаның 94 проценты - республика, 5 проценты муниципалитет бюджетынан, ә бер проценты күп фатирлы йорт  милекселәре аҡсаһы.  Йыйылышта халыҡ буласаҡ ихатаның дизайн-проектын үҙе һайлай.  Башҡарыласаҡ эш фронтының финал проекты милекселәр менән тикшерелә, шунан һуң ғына эш башлана. 2023 йыл аҙағына ҡалала 206 ихата төҙөкләндереләсәк. “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып 2019-2022 йылдарҙа республикала буйынса 1120 ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән.

Бөгөн Октябрь урамы, 16, Мәскәү урамы, 5 йорттары  алдында “Паллет Стандарт” йәмғиәте эшләй.

Юл хеҙмәте мастеры Геворг Бароян әйтеүенсә, төп маҡсат–  халыҡҡа уңайлы мөхит булдырыу, шарттарҙы яҡшыртыу. Балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары, яҡтылыҡ, парковка урындары, контейнерҙар, асфальт түшәү – беренсел маҡсат.

 Күп фатирлы йорттар алдында балалар майҙансығы, ял итеү урындары эшләнә. Подъезд алдарына  эскәмйә,  заманса сүп һауыттары урынлаштырыла. Машина ҡуйыу урындарына, йәйәүлеләр юлына асфальт  түшәлә, бардюр ҡуйыла. Был эштәрҙе башҡарыр алдынан “Йылылыҡ селтәрҙәре”, “Водоканал” йәмғиәте йылытыу һәм һыу торбаларын алмаштырған. Планлаштырылған эштәрҙе август аҙағында тамамлау күҙаллана.

Гөлсөм ХИСАМЕТДИНОВА, йәмәғәт лидеры:

  • Октябрь урамы, 16-сы йортта  таныштарым йәшәй. Уларға килеп йөрөйөм. Күптән  төҙөлгән  йорт булғанлыҡтан, ихаталарында ремонт кәрәклеге әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора ине. Бөгөн йорт ихатаһында балалар майҙансығын, юлға асфальт түшәлеүен күреп шатландым.  Һәр кемдә автомобиль, уларҙы ҡуйыу урындары ла тигеҙ, төнөн яҡтыртыла. Бардюрҙар ҙа яңыртылған.

 

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА

 Һүрәттә:эштең ҡыҙыу мәле.

Автор фотоһы

 

Йортоң йыйыштырылған, ихатаң төҙөк булһын
Йортоң йыйыштырылған, ихатаң төҙөк булһын
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: