Өфөнөң Октябрь районында ысын мәғәнәһендә иҫ киткес ваҡиға булды. Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе Лилиә фәттәхова 13-сө тапҡыр әсәй булды. "Шулай итеп, ҡаланың 450 йыллығына яңы өфөлө барлыҡҡа килде. Был шатлыҡлы яңылыҡ ҡына түгел, ул Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы. Беҙҙең героиняны һәм уның ғаиләһен ошо иҫ киткес ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Баш ҡаланың юбилейына ошондай матур бүләк өсөн рәхмәт белдерәбеҙ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников.
Лилиә Фәттәхованың 3-сө бала табыу йортонан сығарылышҡа ҙур ғаиләһе менән бергә Өфө ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡа рәсми кешеләр килде.
Фото Башинформ сайтынан.