Конгэк
0 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Октябрь , 17:51

"Ысыҡҡай"ҙа көҙгө йәрминкә

23-сө “Ысыҡҡай” балалар баҡсаһында “Көҙгө йәрминкә” үтте.

Көҙгө муллыҡ байрамы

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында йолаға әүерелгән йәрминкә ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Унда  балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәләнеүселәр һәм ата-әсәләр ҡатнашты.
Йәрминкәлә алтын көҙ айының мул уңышы - йәшелсә һәм емеш-еләк, төрлө тәмлекәстәр, кәнфит-печенье, милли ризыҡтар, уйынсыҡтар һатылды.

Сара хәрәкәт уйындары менән аралаштырылып күңелле үтте. Балалар япраҡтар бейеүен башҡарҙы, күмәкләп түңәрәктә өйөрөлдө, арҡан тартышта көс һынаны, иң бәләкәстәр хатта үҙ ансамблен булдырып өлгөргән! Атай-әсәйҙәргә, мәҫәлән, уларҙың музыкаль һыбыҙғыла уйнауы оҡшаны. Өлкән төркөм  тәрбиәләнеүселәре “Тыуған яҡ” йырын башҡарғанда атай-әсәйҙәр ҙә ҡушылып йырланы һәм бейене. Байрам сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫорат ҡалдырҙы.  Асыҡ һауала үткән сара, йәрминкәгә йәм өҫтәгән мәҙәкселәрҙең кәйефе балаларға ла күсте.

"Ысыҡҡай"ҙа көҙгө йәрминкә
"Ысыҡҡай"ҙа көҙгө йәрминкә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: