ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Ғинуар , 12:49

Мөнир ағай рухы шатланғандыр

19 ғинуарҙа билдәле яҙыусы Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатовҡа 90 йәш тулыр ине. Смаҡ ауыл китапханаһында ошо ябай  һәм ихлас яҡташыбыҙ иҫтәлегенә арналған “Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ” исемле хәтер кисәһе үтте. Сара Смаҡ ауыл китапханаһы, музей  белгестәре менән берлектә әҙерләнде.

“Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ” исемле хәтер кисәһе үтте. Сара Смаҡ ауыл китапханаһы, музей  белгестәре менән берлектә әҙерләнде.

Белешмә өсөн: Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатов 1935 йылдың 19 ғинуарында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын ауылдағы “Ағиҙел” колхозында башлай һәм Совет Армияһы сафына алына. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый. Район мәктәптәрендә төрлө йылдарҙа уҡытыусы, директор булып эшләй. Ульяновск ҡалаһында ситтән тороп Бөтә Союз юридик институтын тамамлай.1990 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем Мөнир Ишбулатовтың яҙмышы Мәләүез  менән тығыҙ бәйле. Ул ҡала мәктәптәрендә, Динис Бүләков исемендәге Смаҡ  урта мәктәбендә эшләгән.Ваҡыт тарлығына ҡарамай,  тыуған яғына һөйөү менән тулы әҫәрҙәре республика гәзит-журналдарында баҫыла,  радио-телевидение аша яңғырай. Яҙыусы Мәләүездең үҙәк һәм ауыл китапханалары аша китап уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итте. Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында йәш әҙәбиәтселәр түңәрәген алып барҙы, балаларҙы ғәжәйеп китаптар донъяһы менән таныштырҙы, баҫма һүҙҙе аңларға һәм яратырға өйрәтте.

Арыҫлан ауыл мәсете имамы Рәйес хәҙрәт Суҡбаев аят уҡыны.  Мәктәптә бергә эшләгән хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Ғәлиә Ғәйфулла ҡыҙы Татлыбаева, Гөлмизан Сәғит ҡыҙы Таштимерова, Фәүзиә Муса ҡыҙы Йомағолова, Нурия Фәйзрахман ҡыҙы Шаһманова яҙыусы тураһында хәтирәләре менән бүлеште. Мөнир ағай Ишбулатовтың һәр береһенең тыуған көндәренә арнап яҙған шиғырҙарын уҡынылар, бөгөн дә был шиғырҙарҙы иҫтәлек итеп  һаҡлаған улар. Рәйсә Зөбәйерова Бөрйәнгә юл төшкәндә  Мөнир ағайҙың зыяратына барып оҙаҡ ҡына хәтирәләргә бирелеп ултырыуы тураһында һөйләне. Мөнир Ишбулатовтың  әҫәре, биографик белешмәһенә байҡау яһалды, ошо юлдар авторы Кинйәбикә Юлмөхәмәтова әҫәрҙәр буйынса викторина уҙғарҙы.

 Шулай уҡ Мөнир Сибәғәт улы һүҙҙәренә матур көйҙәр ижад иткән композитор Муса Смаҡов яҙыусы тураһында тәьҫораттары  менән бүлешеп, йыйылыусыларға музыкаль бүләк яһаны. Китапханасы Зәлиә Байгилдина яҙыусының  яҡшылыҡҡа, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә саҡырған повестары һәм хикәйәләре, шиғырҙары донъя күргән китаптарынан, гәзит-журнал материалдарынан  әҙерләнгән күргәҙмә менән таныштырҙы. Мөнир Ишбулатовтың туған халҡына аманаты булып тормош фәлсәфәһе менән һуғарылған алты китабы донъя күргән. “Изге бурыс”, “Йылым- ун ике айым”,“Ҡалдың ҡайһы бөгөлдә”, “Мөхәббәткә хөкөм юҡ”, “Төндөң ике йөҙө”, ”Әрүахтар ғәҙеллек юллай” китаптарын төрлө быуын вәкилдәре бөгөн дә   яратып уҡый.

Кинйәбикә ЮЛМӨХӘМӘТОВА.

Мөнир ағай рухы шатланғандыр
Мөнир ағай рухы шатланғандыр
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: