Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
25 Ноябрь , 14:50

«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй

Районда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү һәм граждандар именлеген күтәреү маҡсатында дәүләт хеҙмәттәре эшләй.

«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй
«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй

Районда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү һәм граждандар именлеген күтәреү маҡсатында дәүләт хеҙмәттәре эшләй.

Беҙ шуларҙың береһе булған «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге эше менән яҡындан танышыу маҡсатында уның директоры Юлиә МЫРҘАБУЛАТОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

  • Юлиә Әмир ҡыҙы, үҙегеҙ етәкләгән үҙәктең эш йүнәлеше,

хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар менән таныштырып үтһәгеҙ ине.

  • «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында граждандарҙы тәьмин итеүгә һәм хеҙмәт өсөн түләүҙәргә, уларҙың эш һәм эш хаҡына ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән түләүле йәмәғәт эшен ойоштороу һәм үткәреү буйынса дәүләт хеҙмәте күрһәтте. Унда 41 кеше ҡатнашты. Үҙәк ауыр тормош хәлендә ҡалған балиғ булмағандарҙы эшкә урынлаштырыуға ҙур иғтибар бүлә. Уҡыуҙан буш ваҡытта эшләргә теләгәндәрҙе эшкә урынлаштырыу өсөн район-ҡала предприятие һәм ойошмалары менән килешеү төҙөлгән. Унда ваҡытлыса эштәрҙә 216 уҡыусы ҡатнашасаҡ, 68 уҡыусы ҡатнашҡан.

Халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү буйынса һөнәри белем биреү төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. 2025 йылда 1 С предприятие 8, һаҡсы, маникюр буйынса белгес, визажист һәм электромонтер  һөнәре буйынса 36 кеше уҡыуға йәлеп ителгән. «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә ебәрелгән 144 кешенән 64-е уҡыуын тамамлаған, 80-е уҡый. Улар - тегенсе, электромонтер, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, химик анализ лаборанты, сифат буйынса белгес, тәрбиә буйынса ярҙамсы (шәфҡәт туташы), кесе тәрбиәсе, машина һәм ҡорамал ремонтлау буйынса слесарь.

  • Йәштәрҙең мәшғүллеге нисегерәк ойошторола?
  • Эшһеҙ йәштәрҙең мәшғүллеген ойоштороу буйынса ла саралар үтә. Дөйөм белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар өсөн район-ҡала предприятиелары һәм ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөлә. Унда башланғыс, урта һөнәри һәм юғары белем биреү учреждениеларын тамамлаусы йәш белгестәр йәлеп ителә. Быйыл 5 сығарылыш уҡыусыһы һәм эш табыуҙа ҡыйынлыҡ кисергән 16 кеше стажировкаға ебәрелеп, эшкә урынлаштырылды.
  • Үҙәк граждандарҙы эш менән генә тәьмин итмәй, белгестәр ярҙамы менән дөрөҫ йүнәлеш алып, тормошта үҙ урынын тапҡандар ҙа бар. Шулай бит?
  • Әлбиттә. 2025 йылдың 1 октябренә һөнәри йүнәлеш буйынса дәүләт хеҙмәте - 685, хеҙмәт баҙарында эшһеҙ граждандарҙы социаль яраҡлаштырыу буйынса - 96, эшһеҙ граждандарға психологик ярҙам буйынса 110 кешегә дәүләт хеҙмәте күрһәтелгән. Эшһеҙ һәм эш эҙләүсе граждандарға эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге башлауға 29 кеше ярҙам алған. Шулай уҡ 30 кешегә шәхси эшҡыуарлыҡты тормошҡа ашырыуға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелгән.
  • Үҙәк район-ҡала ойошма һәм предприятиелары менән хеҙмәттәшлек итәме?
  • «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге район-ҡала ойошмаларының кадр хеҙмәттәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм үҫтереү буйынса эшен дауам итә: граждандарға эш эҙләүҙә, ә эш биреүселәргә кәрәкле хеҙмәткәр һайлап алыуҙа ярҙам күрһәтә, эш биреүсенең бөтә хеҙмәт спектрын файҙаланыуға, тәү сиратта, хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт алыу һәм кәрәкле кадр һайлап алыу хоҡуғын тәьмин итә.
  • Халыҡ өсөн махсус вакансия йәрминкәләреаһәм башҡа саралар ҙа үтә бит әле?

Беҙ йыл һайын эш һәм уҡыу урындары, шул иҫәптән инвалидтар, йәштәр өсөн махсус йәрминкә ойошторабыҙ. Быйыл эш һәм өйрәнсек урындары йәрминкәһе үткәрелгән. Үҙәктә мәшғүллек өлкәһендәге мәсьәләләрҙе комплекслы хәл итеү буйынса эш алып барыла. Инспекторҙар һәр кемдең һаулыҡ буйынса сикләүен һәм хәл торошон иҫәпкә алып, эшкә урынлашыу буйынса айырым ҡараш булдыра. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү өсөн «Минең карьерам Берҙәм Рәсәй менән» сиктәрендә «Беҙ бергә. Именлек һәм муллыҡ өсөн» тип исемләнгән даими саралар, Берҙәм ғаилә көндәре үтә. Тол ҡатындар һәм МХО яугирҙәре ғаилә ағзалары өсөн бөтәһе 12 ҡатын-ҡыҙҙар клубы үткәрелде. Сентябрь, октябрь айҙарында ир-егеттәр клубы ултырышы үтте.

  • Һеҙҙең һалдаттар хаҡында ла хәстәрлек күреүегеҙҙе беләбеҙ.
  • Эйе. Үҙәк тарафынан дүрт тапҡыр яугирҙәр өсөн гуманитар ярҙам йыйып оҙатылды (ҡатын-ҡыҙҙар клубының оҫталыҡ дәресендә әҙерләнгән туҡмас, сәк-сәк, шулай уҡ шәхси гигиена әйбере, офис ҡағыҙы һәм башҡа кәрәк-яраҡ).

Үҙәк шулай уҡ «Йөрәк саҡырыуы буйынса» ирекмәндәр хәрәкәтендә һаҡлыҡ селтәре үреүҙә, кейем тегеүҙә әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ «Телеграмм»да «Клуб СВОих» төркөмө булдырылған.

  • Тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтҡан махсус хәрби операция яугирҙәрен эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе нисек хәл ителә?
  • 2025 йылдың 15 октябренә үҙәк 89 демобилизацияланған яугир менән бәйләнеш булдырҙы: 69 кеше эшләй, 2 кеше үҙмәшғүл булараҡ теркәлде, 2 кеше шәхси эшҡыуар, 4 кеше хаҡлы ялда, һаулыҡ торошона бәйле эшләмәй (инвалидтар, операцияла һәм реабилитацияла) бөтәһе 12 кеше. Ҡабаттан контракт төҙөгән 4 кеше МХО-ға юлланһа, үҙәктә 5 кеше иҫәптә тора.
  • Эш эҙләп мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән, иҫәпкә алынғандар күпме?
  • Йыл башынан эш эҙләп мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 12 кешенең 7-һе эшкә урынлашыу сәбәпле иҫәптән алынған, 2-һе социаль контрактҡа ҡул ҡуйған, 3 кеше үҙен эш менән тәьмин иткән, 1 кеше массажсы һөнәренә уҡып, «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә «1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарын, хәрби хәрәкәт ветерандарын эшкә урынлаштырыу өсөн эш урынын йыһазландырыуға субсидия биреү» программаһы буйынса эшкә урынлаштырылды.

Кадр дефицитын тулыландырыу йүнәлешенең береһе булып «Башҡортостан Республикаһында хеҙмәт баҙарын көйләү һәм халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү» дәүләт программаһының сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың төбәккә үҙ ирке менән күсеүенә булышлыҡ итеү» ярҙамсы программаһын тормошҡа ашырыу тора.

  • Әңгәмә өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй
«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй
«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй
«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй
«Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге халыҡты хәстәрләй
Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас