Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
16 Июль 2021, 09:12

Тамара Танһыҡҡужина халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионатында көмөш миҙал яуланы

14 июлдә Эстонияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионаты тамамланды. Унда 9 илдән 16 спортсы, шул иҫәптән Өфөнөң «Башҡортостан» шашка клубынан Тамара Танһыҡҡужина һәм Айгөл Иҙрисова ҡатнашты. Донъяла иң яҡшыларҙы билдәләү өсөн улар 28 июндән 15 партия уйнаны. Турҙа ваҡытынан алда Саха Республикаһынан Матрена Ноговицына еңде.  

Донъя шашка форумының һуңғы партияһы Тамара Танһыҡҡужинаның Дарья Федорович менән уйыны булды. Яҡташыбыҙ, еңел атлеттар әйткәнсә, финиш таҫмаһында Украинанан Виктория Мотричконы уҙып китеп, икенсе урынға сыҡты. Украин ҡыҙы – өсөнсө, Польшанан Наталья Садовска – дүртенсе, Айгөл Иҙрисова – туғыҙынсы.

https://www.bashinform.ru/news/1619229-tamara-tansykkuzhina-zavoevala-serebro-chempionata-mira-po-mezhdunarodnym-shashkam/

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: