Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
22 Апрель , 13:15

Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте

20 апрелдә, Урындағы үҙидара хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан, Мәләүез ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр спорты һарайында райондың ауыл биләмәләре командалары араһында традицион спартакиада үтте.

Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте

Коллегаларын район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов сәләмләне һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн команда рухын һаҡлау, спорт дәртенең ташып тороуы һәм һаулыҡтыъ ныҡ булыуы мөһимлеген билдәләне.

Яуаплы ярыштар алдынан командаларҙы үҙҙәренең дәртле сығышы менән Спартаковсы балалар клубы тәрбиәләнеүселәре, Baby bit хип - хоп командаһының кескәй ағзалары тәбрикләне. Етәкселәре Илүзә Ғәлиева һәм Әҙилә Ибраһимова.

Һуңынан ауыл биләмәләре командалары тән күтәреү, армспорт, дартс, пневматик винтовканан атыу, арҡан тартыу, мас-реслинг кеүек спорт ярыштары төрҙәрендә үҙ көсөн һынаны.

Һөҙөмтәлә дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынды Первомай ауыл биләмәһе командаһы, икенсе урынды - Ергән ауыл биләмәһе, өсөнсө урынды – Воскресенск ауыл биләмәһе командаһы яуланы.

Спартакиада ысын мәғәнәһендә йылы мөхиттә, ғаилә байрамы кеүек үтте. Күптәр ярышҡа балалары һәм ейәәндәре менән килгәйне. Мәҫәлән, Һарыш ауыл биләмәһе башлығы Рафаэль Булатов. Яҡташтар командаһына ярҙамға уның ҡатыны, балалары, игеҙәк ейәнсәрҙәре һәм бәләкәй генә ейәне лә килгәйне.

Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Мәләүездә ауыл биләмәләре командалары араһында спартакиада үтте
Автор:Гулия Шагигалина
Читайте нас: