Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Нөгөштә туристик миҙгел асылды

«Башҡортостан» милли паркының телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, тап хәҙер, май башында, Нөгөш — тулы һыулы, ярһыу, сағыу, йылға буйлап һалда ағып төшкәндә хозур тәбиғәт менән һоҡланырға мөмкин.

Нөгөштә туристик миҙгел асылды
Нөгөштә туристик миҙгел асылды

 

«Йырып үткеһеҙ урман текә ҡаялар һәм һөҙәк ярҙар менән алмашына. Йылға бормаланып аға, уның бер өлөшөн тауға менеп еткәс кенә күрергә була», — тип билдәләнеләр милли паркта.

Йылға буйлап аҡҡанда уның бер яғында — «Башҡортостан» милли паркы, икенсе яғында  «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы тороп ҡала. Ял итеү һәм ҡуныу өсөн махсус билдәләнгән урындарҙа ғына туҡтарға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-08/v-natsparke-bashkiriya-rasskazali-chem-prekrasen-splav-po-reke-nugush-3757872

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: