Көнгәк
+5 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
14 Декабрь 2025, 08:30

Ҡабаҡ бәлеше

    

Ҡабаҡ бәлеше
Ҡабаҡ бәлеше

Бының өсөн кәрәк:
- һөт - 250 мл (1 стакан);
- манный - 200 г (1 стакан);
- ҡабаҡ - 200 г (1 стакан);
- йомортҡа - 2 дана;
- шәкәр - 150 г;
- аҡ май - 50 г;
- ҡамыр йомшартҡыс - 10 г.
Әҙерләү:
1. Мискәгә манный һәм һөт һалығыҙ. Болғап, 10-15 минутҡа ҡалдырығыҙ. Был арала, ҡабаҡты орлоҡ һәм ҡабыҡтан таҙартығыҙ. Уны ҙур ҡырғыстан ҡырығыҙ.
2. Айырым мискәлә йомортҡа һәм шәкәрҙе миксер менән бер-ике минут күпертегеҙ. Һуңынан был ҡатышманы бүрткән манныйға ҡушып, болғатығыҙ. Һуңынан йомшарған аҡ май өҫтәгеҙ һәм тағы ла болғатығыҙ. Аҡ май урынына үҫемлек майы (30-50 мл) ҡулланырға мөмкин.
3. Аҙаҡ ҡамыр йомшартҡыс ҡушып, яңынан болғатығыҙ. Уның урынына бер балғалаҡ һеркә менән һүндерелгән сода ҡулланырға мөмкин. Аҙаҡ әҙерләнгән ҡабаҡты өҫтәп болғатығыҙ. Ҡамыр әҙер!
4. Табаны аҡ май менән майларға, төбөнә манный һибергә. Ҡамырҙы һалып тигеҙләгәс, һуңынан 180 градусҡа тиклем йылытылған мейескә ҡу­йырға. 35-40 минут бешә.
Бәлеш әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор: Дина Ишматова
Читайте нас