Мендәрҙе бөтнөк, мәтрүшкә, абаға, ярангөл менән тултырығыҙ. – Ылыҫлы ванна йәки тырнаҡгөл, мәтрүшкә, бөтнөк, мелисса (һәр үлән 50 г) төнәтмәһе ваннаһы керегеҙ. 5–7 тапҡыр, көнаралаш унар минут ҡабул итегеҙ. – Кис менән йоҡлар алдынан 1 сәғәт ҡала бер стакан ҡайнар һөт йәки һыуға 1 ҡашыҡ бал туғып эскәндә тиҙ йоҡоға кителә. – Төнгә ҡаршы аяҡтарҙы ҡайнар һыуҙа тотоу ҙа арығанлыҡты бөтөрә, нерв системаһын тынысландыра