Банандан тәмлекәс
1 кг банан, 2 стакан шәкәр, ярты ҡалаҡ лимон кислотаһы. Бананды тышынан таҙартырға ла буйлатып ҡына турап, айырым ҡайнатылған шәкәр сиробына һалырға. Был массаны һүрән генә утта ҡайнатырға кәрәк, иң мөһиме – банан бөтөнләй иҙелеп бөтмәһен. Ҡайнатма әҙер булыр алдынан лимон кислотаһы өҫтәргә. Әҙер ҡайнатманы стерилләнгән, ҡоро, эҫе банкаларға һалып, тиҙ генә ҡапларға кәрәк