Көнгәк
-20 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
10 Февраль , 13:00

Балан бәлеше бешерәйек

Ә һеҙ уны нисек әҙерләйһегеҙ?

Ҡамыр:
0,5 л. — һөт,
150 гр. — аҡ май,
1 шт. — йомортҡа,
2 стакан — он,
1 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо,
0,5 сәй ҡалағы — сода,
0,5 сәй ҡалағы — тоҙ.

500—550 гр. — әҙер балан.

1 йомортҡа — бәлеш өҫтө өсөн,
1 сэй ҡалағы — май таба майлар өсөн,
4 аш ҡалағы — шәкәр ҡомо
1 сәй ҡалағы — крахмал йәки манка.

Йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Баланды сүптәрен айырып йыуығыҙ, әҙерәк (0,5 стакан) һыу , 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо ҡушығыҙ, утҡа ҡуйып әҙерәк томалағыҙ. Баланды һыуытығыҙ, эсенә 1 сәй ҡалағы крахмал йәки манка һалығыҙ (бәлеш ҡырҡҡанда һуты аҡмаһын өсөн). Ҡамырҙы икегә булергә, бер бүлеме (бәлештен аҫты) ҙурыраҡ булырға тейеш. Ҡамырҙан ҙур киҫәген 5-7 мм ҡалынлығында йәйегеҙ һәм майланған, онланған табаға һалығыҙ. Ҡамыр өҫтөнә һыуытылған баланды матурлап һалығыҙ, өҫтөнә әҙерәк шәкәр ҡомо һибегеҙ. Балан өҫтөнә икенсе йәйелгән ҡамыр менән ҡаплағыҙ һәм аҫтағы ҡамыр менән берләштереп ситтәрен йәбештереп үрегеҙ. Бәлештен өҫтөндәге ҡамырын уртаһынан тишегеҙ. Бәлеште 200 градуслы духовкала йәки мейестә 20-25 минут бешерегеҙ. Бешкән бәлештен өҫтөнә йомортҡа һарыһын һөртөгөҙ.

https://vk.com/bashkortvk

Автор:
Читайте нас