Тәмле өлөш менән ялдарыбыҙҙа яҡындарыбыҙҙы һыйлайыҡ әле.
Әҙерләү:
200 грамм ҡаймаҡҡа ярты сәй ҡалағы сода һалып яҡшылап болғатырға
100 грамм йомшарған аҡ май,
бер йомортҡа,
ярты ҡалаҡ тоҙ,
кәрәгенсә он һалып баҫырға.
Ҡамырҙы 20 минут ял иттерәбеҙ.
Эслек әҙерләйбеҙ:
тауыҡтың аҡ итен,
картуф,
һуған турайбыҙ.
Тоҙ, ҡара борос, бер ҡап аҡ май һалып бутайбыҙ.
Өлөш яһап, 180 градуста 30- 40 минут бешерергә.
Тәмле булһын ашығыҙ!
Авторы: Фирҙәүес Мөхәмәтғәлиева.
https://vk.com/vatandash_journal