Файҙалы кәңәштәр
14 Марта , 11:00

Кәнфит ҡайнатып, бала саҡты иҫкә төшөрөп алайыҡ

0,5 литр һөт, 1 килограмм шәкәр ҡомо, 40 грамм май кәрәк буласаҡ.

Һөткә шәкәр ҡомо һалып, бер сәғәт самаһы  ҡайнатабыҙ. Ҡыҙара төшкәс, май һалып, ҡайнатыуҙы дауам итәбеҙ. Тамам ҡыҙарғас, уттан алып һыуытырға ҡуябыҙ. Бер аҙ һыуынғас, еңелсә майланған тәрилкәгә йәки пергамент ҡағыҙ йәйелгән табаға ағыҙабыҙ. Йылы ваҡытта, һуңынан киҫергә яйлы булһын өсөн, өҫтөн ромбиклап киҫкеләйбеҙ. Сәй янына ваҡлап бирәбеҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас