Был ай тиҙ үҫкән культураларға йүнәлтелгән. Был осорҙа баҡсасыларға асыҡ ергә йылылыҡ яратҡан йәшелсә сәсергә кәңәш ителә.
Агрономдар ай календарына иҫәп тоторға кәңәш бирә:
ҡыяр — 9-11, 13-15 апрель;
таш ҡабаҡ - 9-11, 18-20;
ҡабаҡ — 13—15, 18—20;
баҡса культуалары (ҡауын, ҡарбуз) - 9-11, 13-15;
һарымһаҡ — 13—14, 22—23;
Һуң кәбеҫтә - 4-6, 13-15.
Башлап йәшелсә үҫтереүселәргә кәңәш: ҡабаҡ үҫентеләре күсереп ултыртыуҙы яратмай, шуға орлоҡто торфлы һауыттарға ултыртыу яҡшыраҡ.