Көнгәк
+5 °С
Облачно
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Файҙалы кәңәштәр
31 Марта , 07:00
КӨН МӘҠӘЛДӘРЕ
Үҙ халҡын танымаған илгә баш булмаҫ, баш булһа ла оҙаҡҡа булмаҫ.
Үҙ илендә кем дә бей.
Үҙ илеңдә ҡарлуғас булһаң да, кеше илендә ҡарға буларһың.
Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
Үҙ йортонда алйот та хужа.
Үҙе уңған егеттең ата-инәһен һорама
Үҙ көсөн белмәгән бәләгә ҡалыр.
Үҙ ризығыңды үҙең тап.
Үҙ эшеңде үҙең бел.
Үҙе эш белмәгән кешене өйрәтергә оҫта булыр.
Үҙең матур булмаһаң да, эшең матур булһын.
Үҙеңдән олоға кәңәш итмәйенсә эш башлама.
Үҙе ятып йоҡлаған, һике башы ҡортлаған.
Үҙ илем — алтын бишек, кеше иле — үтә тишек.
Үҙ илендә кем дә бей.
Үҙ илеңдә һалма аша, кеше илендә әлбә аша
Үҙ илеңдә үҙең ҙур.
Үҙ йортон яманлаған кеше йортонда әрләнер.
Үҙ ояһында эт тә юлбарыҫ.
Үҙ өйөм—туҙ өйөм
Үҙ сүплегендә әтәс тә батыр.
Үҙ түрем үҙемә иркен.
Үҙ түремдә үҙем түрә.
Үҙе туйһа ла күҙе туймаҫ
Үҙәккә үткән ел яман, илен һатҡан ир яман
Үкереп үгеҙ булмаҫһың, екереп түрә булмаҫһың.
"БАШҠОРТ ХАЛЫҠ МӘҠӘЛДӘРЕ" КИТАБЫНАН
КӨН МӘҠӘЛДӘРЕ
Автор:
Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"