Көнгәк
+10 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
3 Апреля , 02:30

Дөрөҫ ҡулланайыҡ

Файҙалы кәңәштәр

Дөрөҫ ҡулланайыҡДөрөҫ ҡулланайыҡ
Дөрөҫ ҡулланайыҡ

✓ Яңы аш-һыу таҡтаһын ҡулланыр ал­ды­нан вазелин майын һәм балауыҙ һеңдерергә кәңәш ителә. Тәүҙә вазелин, ике минуттан балауыҙ (1:3) менән ҡатнаш­ты­рып, һөртөгөҙ. Бер тәүлектән таҡта ме­­нән файҙаланырға мөмкин. Үҫемлек (көн­ба­ғыш йәки зәйтүн) майын ҡулланмағыҙ, сөн­ки ул насар еҫ бирәсәк.

✓ Һалҡын һөткә манный ярмаһын ҡо­йоп, 10 минутҡа ҡалдырһаң, һуңынан ут­­ҡа ҡуй­­ғас бутап торһаң, бутҡала төйөр бул­маясаҡ.

✓ Тәмләткес үләндәрҙе туңдырыу: яҡ­шы йыуып киптерелгән мәтрүшкә, ке­йәү үлә­ненең йәш япрағын сәскә һабаҡ­тары менән тығыҙ итеп пластик боҙ әҙерләү һауытына һалырға һәм туңдырғыс­та һаҡ­ларға. Кәрәк саҡта ғына сығарып, ҡул­­ланырға.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас