

Быны бешерер өсөн аш содаһы ла, йомшартҡыс та кәрәкмәй.
Бының өсөн кәрәк:
һөт - 200 мл;
йомортҡа - 1 дана;
он - 150 г;
шәкәр - 0,5 балғалаҡ;
тоҙ - семтем;
ҡайнар һыу - 100 мл;
көнбағыш майы - 2 ҡалаҡ.
Йылы һөткә йомортҡа, шәкәр һәм тоҙ ҡушырға. Бөтәһен дә бутарға, яйлап он өҫтәргә. Даими рәүештә ҡайнар һыу һәм көнбағыш майын (һәр ҡоймаҡ бешерер алдынан табаға май һөртмәҫ өсөн кәрәк) ҡойорға. Яҡшылап бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашма шыйыҡ булырға тейеш.