Көнгәк
+10 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Файҙалы кәңәштәр
6 Апреля , 11:00

Яҙғы баҡсаны эшкәртеү

Баҡсаны эшкәртеү иртә яҙҙа, бөрө бүрткән мәлдә үткәрелә. Ғәҙәттә ул апрель башына тура килә.

Яҙғы баҡсаны эшкәртеүЯҙғы баҡсаны эшкәртеү
Яҙғы баҡсаны эшкәртеү

Әгәр төндә артыҡ һыуытмай, ә көндөҙ термометр бағанаһы 5-7°С йылылыҡҡа етһә, баҡсала эшкә тотонорға ваҡыт. Бындай шарттарҙа монилиоз, парша, тишекле таптар, фитофтороз кеүек төрлө бәшмәк ауырыуҙарын тыуҙырыусылар әүҙемләшә. Ауырыуҙарҙың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн баҡсаны тиҙ эшкәртеү кәрәк. Иртә яҙҙа йәш ағастарҙың еләк ҡыуаҡтарын эшкәртеү өсөн баҡыр купоросының 12%-лы эремәһен ҡулланалар. Тығыҙ ҡабығы булған өлкән ағастар өсөн 3 процентлы  концентрацияланған эретмәне ҡулланырға мөмкин. Бордос ҡатнашмаһы баҡыр купоросы кеүек агрессив тәьҫир итмәй, шуға күрә бордос шыйыҡсаһының 3%-лы эремәһе менән бөтә баҡсаны, шул иҫәптән йәш экземплярын эшкәртергә мөмкин.

Баҡсаны яҙ көнө икенсе тапҡыр эшкәртеү 2-3 аҙна үткәс үткәрелә. Был юлы бөтә көс ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелә. Баҡсаны өсөнсө яҙғы эшкәртеү сәскәгә тумалыу осоронда үткәрелә.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас