Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2021, 14:56

«Һуғыш балалары»на аҡса август-сентябрь айҙарында түләнә башлай

«Һуғыш балалары»на аҡса август-сентябрь айҙарында түләнә башлай, бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мартта Башҡортостан Республикаһының Һуғыш балалары тураһында законы сыҡты, уның буйынса 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарға һәм республикала даими йәшәгәндәргә «Һуғыш балалары» статусы бирелә.

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, таныҡлыҡтар тапшырыу һәм ошо таныҡлыҡтар нигеҙендә ҡайһы бер льготаларға (сираттан тыш медицина хеҙмәттәре алыуға, шифаханаға юллама алыуға хоҡуҡ, бер тапҡыр бирелә торған түләү) хоҡуҡ билдәләнгән.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының 10 августағы Указына ярашлы, түләүҙең күләме – 1000 һум. Бер ниндәй ҙә документтар, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Һуғыш балаларына аҡса өйҙә йәки банк, йә иһә почта аша түләнә. Түләү август-сентябрь айҙарында башлана.

Билдәле булыуынса, аҡса йылына бер тапҡыр бирелә. Быйыл түләүҙең күләме 1000 һум тәшкил итте. Киләһе йылда был сумманың артыуы ихтимал.

Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр буйынса аҡса күсмәһә, 8(347) 200-80-80 телефоны буйынса социаль ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала 189,5 мең «һуғыш балаһы» йәшәй. Уларҙың 13 меңгә яҡыны бер ниндәй ҙә льготанан йәки социаль ярҙам сараларынан файҙаланмай.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
«Һуғыш балалары»на аҡса август-сентябрь айҙарында түләнә башлай
«Һуғыш балалары»на аҡса август-сентябрь айҙарында түләнә башлай
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: