Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Декабрь 2021, 14:40

Насар комментарийҙы кемдәр яҙа?

Төркөмөбөҙҙәге яҙмаларға һәм фотоларға ҡарата насар һүҙҙәр, кире комментарийҙар яҙған кешеләр бар. Уларҙы һеҙ ҙә уҡып бараһығыҙҙыр, дуҫтар. 

Насар комментарийҙы кемдәр яҙа?
Насар комментарийҙы кемдәр яҙа?

Төркөмөбөҙҙәге яҙмаларға һәм фотоларға ҡарата насар һүҙҙәр, кире комментарийҙар яҙған кешеләр бар. Уларҙы һеҙ ҙә уҡып бараһығыҙҙыр, дуҫтар. Был донъяның кеме юҡ, тигәндәй, тормошта әҙәм балаһының яҡшыһы ла, яманы ла осрай. Беҙ, халыҡ араһында күп йөрөгән, күпте күргән журналистар, тирә-яғына бысраҡ сәсеп, насарлыҡ таратып йөрөгәндәрҙе лә беләбеҙ һәм уларҙың күңел торошон аңлайбыҙ. Кеше ҡайһы осраҡта уҫаллыҡ күрһәтә? Ошо урында йәнһүрәттәге почтальон Печкин иҫкә төшә. Уның велосипеды булмағанға, ул уҫал була, шулай бит? Йәнһүрәт йәнһүрәт инде, ә ысын тормошта велосипедлы ғына түгел, шәп машиналы, ҙур өйлө, бына тигән эшле булып та, яуызлыҡ ҡылғандар осрай. Ундайҙарҙың күңелдәре китек. Ғәҙәттә, үҙ-үҙе, йәшәйеше менән ҡәнәғәт булмағандар, йәғни, бәхетһеҙҙәр яһил була. Бәхетле кешеләр бер ҡасан да кешене рәнйетмәй, аламалыҡ ҡылмай, яман һүҙҙәр һөйләмәй. Насар комментарий яҙғандарҙы беҙ ысын күңелдән йәлләйбеҙ. Барығыҙға ла күңел бөтөнлөгө һәм БӘХЕТ теләйбеҙ, дуҫтар! 

Иң изге теләктәр менән "Көнгәк" тәр.   

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: