Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Май 2022, 14:05

"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"

Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу пунктына ҡала Үҙәк баҙар коллективы һәм район шәхси эшҡыуарҙары йыйған тупланма килтерелде. Унда түшәк кәрәк-ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре, сәй, шәкәр, май, бал, туҡмас, ярма һәм башҡа төрлө тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек йыйылды.  

"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"
"Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!"

Бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының урындағы бүлексәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу пунктына ҡала Үҙәк баҙар коллективы һәм район шәхси эшҡыуарҙары әҙерләгән тупланма килтерелде. Унда түшәк кәрәк-ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре, сәй, шәкәр, май, бал, туҡмас, ярма һәм башҡа төрлө тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек йыйылды.  "Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!" акцияһына 90-ға яҡын шәхси эшҡыуар ҡушылған.  

Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары граждандарына ярҙам күрһәтеүгә бәйле һорауҙар менән 8 (34764)5-10-75 телефоны  мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гуманитар ярҙам эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем ҡабул ителә. Түшәк кәрәк-ярағы, шәхси гигиена әйберҙәре, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек килтерергә мөмкин. Миһырбанлы райондаштарыбыҙ ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам итергә теләк белдереп, пунктҡа әйберҙәр килтерә башланы.

ДНР һәм ЛНР-ҙан эвакуацияланғандар өсөн ярҙам ҡабул итеү пункты Беренсе Май урамы, 2А  адресы буйынса урынлашҡан.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: