Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ноябрь 2022, 20:29

Был риүәйәттең морале нимәлә?

Бер нисә ҡатын-ҡыҙ ваҡыты булған һайын бергә йыйылып алған да ғәйбәт һатырға яратҡан ти. Күк ғәли йәнәптәренә уларҙың был ҡылығы  шул тиклем оҡшамаған һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн үҙенең фәрештәһен ебәргән.

Был риүәйәттең морале нимәлә?
Был риүәйәттең морале нимәлә?

 Әммә ҡатын ҡиәфәтендә килгән фәрештәне хөсөтсөләр аңламаған:

-Беҙ ғәйбәт һатмайбыҙ, үҙ фекеребеҙҙе генә әйтәбеҙ. Кемгә оҡшамай – тыңламаһын! Ә беҙҙең үҙебеҙгә был шөғөлөбөҙ бик оҡшай, - тигән.

-Ярай, улайһа был шөғөлөгөҙ һеҙҙең эшегеҙ, булмышығыҙ булһын, - тигән фәрештә. – Тик шундай шарт ҡуям: кеше тураһында ғәйбәт һатыуҙы һәм буштан бушҡа тәнҡитләүҙән бер ҡасан да туҡтамаясаҡһығыҙ! Хөсөтөгөҙ бөтһә, яҡты донъя менән хушлашасаҡһығыҙ, сөнки һәр кеше был тормошта үҙенә йөкмәтелгән бурыс-вазифаны үтәп бөткәс, баҡыйлыҡҡа күсә. Тәбиғәт законы шундай.

Әхирәттәр ризалашҡан. Тәүҙә ғәйбәт өсөн тема табылып торған. Тик тиҙҙән эргә-тирәләге бөтәһен дә тәнҡитләп, ошаҡлап бөткәс, һөйләргә кеше ҡалмаған ти. Уларға ҡурҡыныс булып киткән, паникаға бирелгәндәр, ауырыуға һабышҡандар, әммә бер кемдең дә үлгеһе килмәгән. Шул ваҡыт улар фәрештәнән ғәфү үтенергә була. Тик фәрештә һүҙендә торасағын белдергән. Был ғәйбәтселәрҙе күршеләре, хеҙмәттәштәре, таныштары ныҡ йәлләгән һәм уларға нимә булһа ла һөйләргә тема булһын тип, ниндәй ҙә булһа сәбәп табып торған ти.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: