Студент ауылдан ҡалаға килгәндә, әсәһе уға, дөйөм тораҡта бешереп ашарһың, тип тултырма биреп ебәрә. Халыҡ менән шығырым тулы автобуста килгәндә, бының сумкаһы өҙөлөп китә. Ҡалаға килеп төшөү менән студент тултырмаларын ҡуйынына тултыра ла, дөйөм тораҡҡа юл ала.
Урам сатында юлды аша сыҡҡанда, саҡ ҡына машина аҫтында ҡалмай меҫкенкәй. Бәхеткә, ҙур зыян күрмәй.
Ә хәҙер был ваҡиғаға шофер күҙлегенән ҡарайыҡ:
- Ленин урамына боролоп ингәндә, бер егетте бәрҙем. Ашығыс ярҙам машинаһы саҡырҙым. Ярҙам итергә тип машинамдан йүгереп сыҡһам, йәш кеше юлда ята, эсәктәре ергә сыҡҡан. Быны күреү менән мин аңымды юйҙым. Аңыма килгәндә, теге егет эсәктәрен ҡорһағына тултыра ине. Быны күргәс, минең хәлем ауырайып, мин тағы аңымды юйҙым. Яңынан аңыма килгәндә, янымда бары тик ашығыс ярҙам табибтары ине, ә нимә булғанын бөгөнгө көнгә тиклем аңлай алғаным юҡ.
Ошо көндән башлап руль артына ултырмаҫҡа тип үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем...
Мөхәммәд Садиков.
Автор фотоһы.