Бар нәмәне табып була ерҙә,
Табып була эште, аҡсаны.
Һатып алып була ҙур байлыҡҡа,
Сит илдәге гүзәл баҡсаны.
Тик һатылмай ерҙә сәләмәтлек,
Һатып алып булмай ғүмерҙе.
Табып булмай әгәр бер юғалтһаң,
Был доньяла атай-әсәйҙе.
Шуға күрә, дуҫтар, йәшәгәндә,
Ҡәҙерләйек атай-әсәйҙе.
Улар беҙгә ғүмер бүләк иткән,
Иң ғәзиздәр ерҙә түгелме?
Күп нәмәне рәтләп була ерҙә,
Йә табыла уның башҡаһы.
Ә юғалтһаң атай-әсәйҙәрҙе,
Уларҙың бит булмай яңыһы.
Нурсил Шәймәрҙәнов.
Фото архивтан.