- Тыуған яҡтар һағындырамы?
- Һағындыра. Тыуған яҡ, балалар, яҡындар һәр ваҡыт уйҙа. Төрлө көсөргәнешле мәлдәрҙә лә үҙемде түгел, иң беренсе өйҙәгеләрҙе уйлайым. Бәйләнеш бар саҡта, кәләш менән һөйләшеп торорға тырышабыҙ.
Янымда телефондан йәнһүрәт ҡарап ултырған һөйкөмлө ике бәпәйгә ҡарайым да, ошо сабыйҙар хаҡына атайҙары берүк иҫән-имен йөрөп ҡайтһын инде, тип теләйем.
Береһенән-береһе бәләкәй ике сабыйы менән тороп ҡалғайны уның кәләше. Бөгөн ҡыҙы менән улын матур ғына итеп үҫтереп килә. Ярай әле ярҙамлашып торорға янында ата-әсәләре, яҡындары бар. Әле ире янында сабыр ғына беҙҙең һөйләшеүҙе тыңлап килгән йәш ҡатын ил һағындағы һөйгәнен дә шундай уҡ сабырлыҡ менән көтәлер.
- Бына тағы бер ҡыш килде, апай. Оҙаҡламай Яңы йыл да етер инде, - тине яугир, уйҙарымды бүлеп.
Шул мәл тышта, һалҡын миҙгелгә аяҡ баҫыуыбыҙҙы дәлилләп, епшек ҡар яуа башланы.
- Иҫән-һау әйләнеп ҡайтып, яҡындарың, ғаиләң менән ҡаршы алыр Яңы йылдарың, байрамдарың күп булһын, ҡустым.
- Әйткәнегеҙ килһен, апай. Минең турала гәзиткә яҙһағыҙ, «Татарин» барыһы ла яҡшы буласаҡ, тип әйтте тип яҙығыҙ, йәме? Шулай буласаҡ та!
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 46-сы һанында баҫыла.
Автор фотоһы.