Ғүмер буйы мин әҙәпле булдым:
Сабыр итеп көттөм хаҡ баһа,
Ғәмәлдәрен дөрөҫ, уйым яҡты —
Эх, берәйһе күреп, маҡтаһа?..
... Сираттарҙа күпме нахалдарҙы
Тыныс ҡына алға үткәрҙем,
Күпме тапҡыр рәнйеш-нахаҡтарҙы
Тауышланмайынса күтәрҙем!
Оҡшағанды үрелеп алманым шул,
Теймәйем тип кеше өлөшөн,
Һөйгәнемдән һөйөү һораманым,
Сабыр көттөм миңә тейешен.
Һуңғы телем икмәк ҡалғанда ла,
Үрелмәнем, бирҙем башҡаға,
Эшләгәнгә хаҡын һораманым,
Изге эште тиңләп аҡсаға.
Ваҡыт үҙе баһа бирер, имеш,
Кем кемлеген ваҡыт күрһәтер,
Ҡәҙеремде кемдер белмәй икән,
Йәнәһе лә, тормош өйрәтер.
Арлы-бирле түрә ишараты
Рәнйеткәндә сабыр күтәрҙем,
Уртты сәйнәп түҙҙем, йәнәһе лә,
"Ғорурлығым менән үлтерҙем".
Уңыштарым булды. Ҡара көсөм,
Тырышлығым менән өлгәштем.
Үҙем һаман хәләл өлөшөмдө
Сит-яттарға йомарт өләштем.
Ғорур аҡыл менән сабыр ғына
Йәшәп үттем тормош юлынан...
Нишләп түҙҙем? Нишләп хәләл малды
Яҡламаным ситтәр ҡулынан
Йәнәһе лә, әҙәп рөхсәт итмәй,
Кешеләрҙән оят талашыу,
Иғтибарҙы һорап алып булмай —
Етмәй ҡалды ҡай саҡ аңлашыу...
Эй әҙәпле, сабыр йәшәп үттем,
Ғәҙел баһа көттөм — булманы,
Күпме мөмкинселек булған да бит...
Аңламайса ҡалып һуңланым.
Үтте йылдар. Әй, юҡ — ғүмер үтте!
Кеше көлдөрмәйсә йәшәнем,
Сикә сәстәремде ҡырау һуҡты —
Эстән күпме күкрәп-йәшнәнем!
Аҙмы-күпме генә ғүмер ҡалған,
Ҡалғандары матур үтһендәр,
— Ул әҙәпле булды, — тип әйткәнсе,
— Ул бәхетле булды, — тиһендәр.
2023. "Әсәйем һабаҡтары"
исемле китаптан.