ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар , 12:55

Улар беҙҙең арала күп бит

Кисерә алһаң, кисер, имеш...

Хыянатҡа һөйөүҙең сафлығын тапап баралар. Мин сауҙа өлкәһендә, ул хоҡуҡ һаҡлау структураһында эшләне. Сит ҡатын-ҡыҙға битараф түгеллеген күрә-ишетә йөрөһәм дә, иғтибар итмәҫкә тырыша инем. Икенсе ҡыҙымды табырға дауаханала ятҡанда элекке класташы менән никах уҡытып, кейәү егете булып ятыуы тураһында хат  ҡалдырып киттеләр. Мине сабыйым менән йортҡа атайым һәм әсәйем, уның еңгәһе менән ағаһы алып ҡайтты. “Эш буйынса ашығыс командировкаға ебәрҙеләр, бер аҙнанан ҡайтырға тейеш”, -  тип хатта аныҡ көнөн дә әйттеләр. Әсәй булыу бәхетем, үлем менән йәшәү араһында ҡалып донъяға килгән сабыйымдың иҫән-һау булыуы көс бирҙеме - был хәшәрәтлекте оноторға, уйламаҫҡа тырыштым. Ике аҙнанан бер ни булмағандай  ҡайтып инде ир бер сумка бысраҡ кейем тейәп. Муйыны тирәләй һурып үпкәндән ҡалған урындарҙы күргәс, ни әйтергә лә белмәнем. Ул баланы ла ҡарамай, йыуыныу бүлмәһенә инде лә, тешләнгән урындарына тональ крем һылап, аш бүлмәһенә сығып ултырҙы.

  • Командировкаң оҙаҡҡа һуҙылды. Ҡайһы яҡтарҙа булдың. Нимә менән барып ҡайттың,- тим, ярһыуымды белдермәҫкә тырышып.  
  • Бер енәйәт эше буйынса засадала булдыҡ, бәйләнешкә лә сыға алманым,- ти был күҙен дә йоммай.
  • Йонсоп бөткәнһең шул, әллә яҡында, ауылда ғына кейәүләнеп яттыңмы Гәүһәр менән?- тим уның артабан алдауын ишетергә теләмәгәнгә. - Талашырға теләгем юҡ, ике арала буталанып йөрөмә. Уның менән бәхетле бул!

Әле генә шундай ышандырырлыҡ итеп хәбәр һөйләгән ир күҙ алдымда бәләкәсәйеп, ап-аҡҡа әүерелде. Ауыҙ эсенән генә “Кисерә алһаң – кисер, кәләш”, - тип мығырланы.

Уйлап һөйләмәгәнемде аңлаһын өсөн бала табыу йортонда биргән записканы ла күрһәттем, эш урында үҙ иҫәбенә алған түләүһеҙ отпуск тураһында ғаризаһын да ҡуштым. Шулай нисек килеп инде, бер сумка бысраҡ кейемен күтәреп кире сығып китте.

Ике баланы үҫтерҙем. Ә улГәүһәре менән оҙаҡ йәшәмәне, тағы икенсе ҡатынға сығып киткән тип һөйләнеләр.

Быларҙы нимәгә яҙам – ҡатын-ҡыҙҙа йәшәүгә ынтылыш шул тиклем ҙур. Ҡаршылыҡ беҙҙе сыныҡтыра ғына.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: