Ишембай полицияһына 71 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт итә. Уға водоканал хеҙмәткәре булып уғры шылтыратып, счетчикты тикшереү өсөн код һорай. Һуңынан "күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре булып шылтыратып, аҡсаны "хәүефһеҙ иҫәпкә"күсереүҙе һорайҙар. Ҡатын-ҡыҙ 4 миллион һум аҡса күсерә, әммә тағы ла 2,5 миллион һум күсерергә маташҡанда һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәре туҡтата.
Салауатта ҡасандыр электромонтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан 70 йәшлек иргә "пенсия фонды"нан тип шылтыраталар. Уғры ирҙең иҫәпкә алынмаған стажы барлығын әйтеп, компенсация тәҡдим итә. Электромонтер шәхси мәғлүмәттәрен тапшыра, әммә банк 600 мең һум аҡса урлауҙы туҡтата.
Полиция иҫкәртә: таныш булмаған номерҙарға ышанмағыҙ! Кодтарҙы һәм мәғлүмәттәрҙе хәбәр итмәгеҙ. Банктан шылтыратһағыҙ, ҡыҙыу линияға үҙегеҙ шылтыратығыҙ.