Район хакимиәтенең ултыршытар залында Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова граждандарҙы ҡабул итте.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков һәм төрлө ведомство етәкселәре ҡатнашлығындағы сарала төрлө һорауҙар менән 15 граждан мөрәжәғәт итте. Урында сиселеш тапмаған һорауҙарҙы министр тейешле органдар аша хәл итергә тырышасағын белдерҙе.
Артабан Ленара Хәким ҡыҙы район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, уның урынбаҫары Геннадий Шлычков оҙатыуында ҡаланың бер нисә объектында булды һәм хеҙмәткәрҙәр менән аралашты.