Икәү генә белгән теге һүҙҙе.
Тылсымы ла, хикмәте лә шунда -
Алты ғына хәреф бит ул үҙе.
Ғашиҡ йәндәр ғүмер буйы көтә
Әйтелгәнен ошо һүҙҙәрҙең шул.
Өлгөралһаң - өлгөрөп ҡал һин дә -
Мин үҙгәрҙем инде, үҙгәрҙем шул...
Йәшлек менән ҡартлыҡ араһында
Алтын урталығы ҡалғандыр бит?
Йәшлегеңдән килгән минең сәләм
Һине лә тим уйға һалғандыр бит.
«Яратам» тип яман күренәһем
Килмәй бит ул һинең алдарыңда.
Алты хәреф ҡалған әллә кемдең
Әллә ҡасан биргән балдағында...
Римма Ғәлимова.