Ҡала предприятиеларында
Беҙгә Мәләүез кирбесе кәрәк, тиҙәр
Мәләүез кирбес заводының даны республикала ғына түгел, унан бик йыраҡҡа таралған. 70 йыллыҡ тарихы булған, төрлө үҙгәреш, үҫеш осоро кисергән, бер-нисә быуын эшселәр тир түккән предприятиела етәкселәр ҙә алмашынған, улар барыһы ла заводты үҫтереүгә күп көс һалған. Һуңғы ярты йылда уны Руслан Хәйретдинов етәкләй. Күптән түгел ошо данлыҡлы кирбес сығарыусыларҙың бөгөнгө маҡсатын асыҡлар өсөн осрашып һөйләшергә форсат сыҡты.
- Белеүегеҙсә, кирбес меңәр йыл дауамында иң сыҙам, йылы һаҡлаған төҙөлөш материалы иҫәпләнә. Яҡында күмер ятҡылығы табылғас, нәҡ Күмертау ҡалаһын төҙөр өсөн завод барлыҡҡа килтерелгән, ти предприятиеның элекке директоры Геннадий Касьянов.
Квалификациялы белгестәр, етәкселәр менән бергә бөгөн бында 158 кеше эшләй. Предприятие тәүлегенә 70 мең кирбес етештерә. Завод ҡоролмалары иҫке, эш барышының 50 проценты автоматлаштырылмаған, ҡул хеҙмәте күп талап ителә. Шуға күрә, тәү сиратта, ошо тәңгәлдә эште яйға һалырға кәрәк, тип уйлайым.
Хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын ҡайғыртыуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ. Ял бүлмәһенә теннис өҫтәле ҡуйҙыҡ. Киләсәктә волейбол, баскетбол, теннис буйынса ҡала предприятиелары араһында команда ярышы уҙғарырға уйлайбыҙ. Бер нисә хеҙмәткәр ял йортона барып, һаулығын нығытып ҡайтты. Күптән түгел коллектив менән саңғы ярышы үткәрҙек.
Дөрөҫөн әйткәндә, коллективта СССР заманында әҙерләнгән технолог, механиктар эшләй. Өфө фанера заводына етәкселек иткәндә уҡыу йорттарында белгестәр әҙерләү буйынса тәжрибә туплағайным. Кирбес заводына ла алмаш кадрҙар әҙерләү өсөн урындағы уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итергә йыйынабыҙ. Эшсе ҡулдарға ла мохтажлыҡ бар, йәшәргә урыны булмағандарға завод ятағынан урын да бирәбеҙ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
-Төҙөлөш Башҡортостан иҡтисадының төп секторҙарының береһе булып ҡала, тулайым төбәк продуктының 7 процентын тәшкил итә. Республика төҙөлөш өлкәһен әүҙем үҫтерә, 180 меңдән ашыу кешегә эш урындары тәьмин итә. 2022 йылда башҡарылған эштәр күләме 480 миллиард һумдан ашып китә, был уҙған йылдан 8 процентҡа күберәк. Был төбәккә Рәсәйҙә төҙөлөш буйынса тәүге унау иҫәбенә инергә һәм Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләргә мөмкинлек бирҙе. Башҡортостандың төҙөлөш комплексы тотороҡло үҫеш һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтә, төбәктең артабанғы иҡтисади үҫеше өсөн нигеҙ булдыра.