ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март , 16:45

БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘР ӨСӨН...

Был донъяла йәшәр өсөнАлйот булырға кәрәк!Яҙмыш-һунарсы баҫтыраЯһил ҡушкөбәк һөйрәп....

БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘР ӨСӨН...
БЫЛ ДОНЪЯЛА ЙӘШӘР ӨСӨН...

Был донъяла йәшәр өсөн
Алйот булырға кәрәк!
Яҙмыш-һунарсы баҫтыра
Яһил ҡушкөбәк һөйрәп....

Был донъяла йәшәр өсөн
Шау тимер булһын йөрәк!
Зыңҡылдатып гел ҡаҡлығыр,
Йәнкәйем минең өркәк.

Был донъяла гөрләр өсөн,
Дөрләтер кешең булһын.
Йәшнәп-шашып йәшәр өсөн,
Ямғырҙары ла яуһын.

Ҡауышыуҙар күберәк булыр,
Уртаҡ хистә янһалар.
Таш йөрәкте дөпөлдәтер,
Һөйөү булһа донъяла.

Был донъяла йәшәр өсөн
Яныңда булһын терәк!
Тормош ғазабынан йолорға
Яратам һүҙе кәрәк.

https://vk.com/id294437552

https://vk.com/agidel_rb

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: