Ҡулымдан төшөп иҙәндә
Саңланған икмәк валсығын
Күҙенә хәтле терәп
Ҡарай ҙа ул,
Тынын түгел,
Гүйә, шулай тетрәп -
Саҡ торған
Йәнен өрә...
Ҡулдары -
Баҙ баҡалары,
Беләҙекле,
Йөҙөклө.
Үрмәксе ауы сигелгән
Йөҙө шундай һөйөклө.
Ә үҙендә ғәм, ҡатҡыллыҡ -
Ҡайҙан шундай бөйөклөк?
Бер байҙың ҡыҙы булған ул,
Бер байҙың ул килене.
Ҡыҙғаныс та, ҡыҙыҡ булған
Ҡыҙ саҡтарын күр ине.
Ауылды ҡыҙылдар баҫҡан,
Ябырылған аҡтары.
Хур итеүҙәренән ҡасып
Баҙҙа ятҡан, саҡтары
Әкиәт кенә кеүек ине,
Хәҙер инде - сал тарих.
Билгенәһен бөкрәйтеп,
Күҙгенәһен секрәйтеп,
Нәҫеленең бер ярсығын -
Мине - үлем тырнағынан
Тартып алған ул көрәйтеп.
Икмәккә туйып буй еткән
Мин - тәүгелер ейәне.
Йәннәттә генә булһын, тим,
Өләсәйемдең йәне.
Хисмәтулла Юлдашев.
https://vk.com/vatandash_journal
Автор фотоһы.