Уны судья итеп күрергә теләмәгәнемдең сәбәбе шунда: танышым һәр ваҡыт кеше йәки ниндәй ҙә булһа күренеш, ваҡиға тураһында тик кире фекер булдырыусан. Мәҫәлән, береһе хаҡлы ялға сығып, мәҙрәсәгә уҡырға инһә, ураҙа тотһа, намаҙ уҡыһа, ул был ҡатындың ҡасандыр булған йәки булмаған элекке гөнаһтары тураһында иҫенә төшөрә. Береһе таҡыя кейеп, йәмәғәт намаҙына йөрөгәнен ишетһә: “Ҡомған тотоп йөрөүең менәнме, күңелең бысраҡ булғас...” - тип әрләй. Кемдеңдер улы өйләнеп, матур итеп туй үткәрһә, егеттең бәләкәй сағындағы шуҡлыҡтарын иҫкә төшөрә, яманлай, ғәйепләй.
Судья булһа, моғайын да, береһенә лә мәрхәмәтлек күрһәтмәҫ ине. Иң ҡаты хөкөм язаһын бирер ине, тип ҡурҡам. Мин-минлеге, тәкәбберлеге шулай итә уны. Кешенең нисек түбәнселеккә төшөүенә түгел, ә, киреһенсә, уның йығылғандан һуң күтәрелеүенә ҡарарға кәрәк тә бит...
Икенсе бер танышымды киреһенсә адвокат итеп күргем килер ине. Ни өсөн икәнлеген аңлап тораһығыҙҙыр. Эйе, ул бөтәһен дә яҡлай. Иң ҡурҡыныс енәйәтсене лә суд барышында ғәйепһеҙгә сығарып ҡуйыр ине, билләһи. Уның өсөн кешенең насары-яҡшыһы юҡ. Ул һәр ваҡыт кешенең хатаһын, етешһеҙлеген, абыныуын төрлө яҡлап баһалай, яңылышыуында уның йәшәгән мөхитен, тормош шарттарын ғәйепләй. Һөҙөмтәлә уға ҡарата йәлләү, ҡыҙғаныу тойғоһон ғына уята. Яңыраҡ ҡалала шау-шыу тыуҙырған алтын магазинын талау ваҡиғаһы тураһында һөйләшкәндә, талаусыларҙы яҡлап, бөгөнгө замандың аяуһыҙлығын, йәштәрҙе кредит һаҙлығына баҫтырған ысынбарлыҡты ғына тәнҡитләне.
Ошо ҡапма-ҡаршы холоҡло таныштарымдың тормошон сағыштырып ҡараным да үҙем өсөн бик ҡыҙыҡлы асыш яһаным. Тышҡы яҡтан ҡараһаң, уларҙың көнитмеше бер төрлө кеүек. Икеһе лә үҙ йортонда йәшәй, өсөшәр балалары бар, хатта баҡса-сәскә үҫтерергә яратыуҙары менән дә бер-береһенә оҡшаштар. Айырма шунда ғына: кешенең кире яғын ғына эҙләгәненең ғаиләһендә бер ҙә тыныслыҡ юҡ. Балалары, ире менән дә мөнәсәбәте көйлө түгел, хеҙмәттәштәре араһында ла абруйы юҡ.
Кешенең тик яҡшы яғын ғына күргәне - бәхетле әсәй, һөйөклө ҡатын. Хатта баҡсаһындағы сәскәләр ҙә тәүгеһенекенә ҡарағанда күберәк сәскә ата, оҙағыраҡ ултыра кеүек.
Ошо мин-минлек, көнсөллөк темаһына риүәйәт:
“Олатаһы ейәненә тормош мәғәнәһе тураһында шулай аңлата:
-Һәр ваҡыт кешелә ике бүре алышына оҡшаған көрәш бара. Бүреләрҙең береһе изгелек, яҡшылыҡ, йомартлыҡ, ярҙамсыллыҡ, яҡтылыҡ, миһырбанлыҡ өсөн көрәшә. Икенсеһе - яуызлыҡ, көнсөллөк, ҡомһоҙлоҡ, мин-минлек, тәкәбберлек яҡлы.
-Ә ҡайһыныһы еңә һуң?- тип һорай ейән.
Олатай мәғәнәле генә йылмая:
-Ниндәй бүрене күберәк ашатһаң, һәр ваҡытта шуныһы еңә”.
Лена Абдрахманова.