Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Зөлхизә Зөфәр ҡыҙы Әбдрәжәпованы ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп эшләүе, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсанлығы, һөнәри оҫталығы, күтәренке рухлы, шат күңелле, йор телле булыуы менән айырылып торҙо. Кешелеклелек сифаттары менән коллективта хөрмәт ҡаҙанды.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә күркәм юбилейын билдәләгән Зөлхизә Зөфәр ҡыҙы Әбдрәжәпованы ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ үҙенә йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп эшләүе, үҙенә лә, башҡаларға ла талапсанлығы, һөнәри оҫталығы, күтәренке рухлы, шат күңелле, йор телле булыуы менән айырылып торҙо. Кешелеклелек сифаттары менән коллективта хөрмәт ҡаҙанды.

Тыуған көнө менән ҡотлап, уға бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел бөтөнлөгө, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Артабан да шулай ныҡлы рухлы, алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ!

Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,

Күтәренке булһын күңелегеҙ.

Именлектә, ғаиләгеҙ менән бергә

Гөрләп үтһен һәр бер көнөгөҙ!

Тормош юлығыҙ балҡып торһон,

Яғымлы, шат булһын күңелегеҙ.

Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән

Яҡты, сағыу булһын ғүмерегеҙ!

Иң изге теләктәр менән “Көнгәк”тәр.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: