Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Орлоҡ тиҙерәк шытһын өсөн

Ошолай эшләгәндә улар тиҙ шытып сыға, бактерияларҙан арына, төрлө сиргә бирешмәй.

 

Тиҙҙән хужбикәләр өсөн йәшелсә орлоҡтарын сәсеү мәшәҡәте башлана.  Уны водород перекисендә тотоу яҡшы һөҙөмтә бирә. Былай эшләгәндә улар тиҙ шытып сыға, бактерияларҙан арына, төрлө сиргә бирешмәй.

ер стакан һыуға бер балғалаҡ перекись һалырға һәм орлоҡто марляға төрөп, ошо һыуҙа тоторға кәрәк. Ауырыраҡ шыта торған петуния, кишер, петрушка, куропты - биш сәғәт, тиҙ тишелә торғандарын – ике-өс сәғәт тоторға. Һыуҙан алғас марля төйөнсөктө таҙа һыуҙа сайҡатып алырға ла сәсер алдынан салфеткаға һалып бер аҙ киптерергә.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: