Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Баллы торт

Рецебы ябай ғына:

Баллы торт
Баллы торт

Уның өсөн 6 аш ҡалағы шәкәр, 6 аш ҡалағы аҡ май, 6 аш ҡалағы бал, 6 аш ҡалағы һөт, 2 йомортҡа, семтем тоҙ, ярты бал ҡалағы соданы бергә ҡушып, һауытыбыҙҙы һыулы кәстрүл өҫтөнә ҡуйып, талғын утта йылытып алабыҙ ҙа ҡамыр баҫабыҙ. Ул йомшаҡ, әммә ҡулға йәбешмәҫлек булырға тейеш. Ҡамырҙы бер нисә тигеҙ өлөшкә бүлеп, түңәрәкләп йәйәбеҙ ҙә, уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә бешереп алабыҙ.

Крем өсөн 1 стакан һөт, ярты стакан һыу һәм шул уҡ күләмдә шәкәр ҡомо, 1 аш ҡалағы аҡ май һәм 2 аш ҡалағы он кәрәк. Кремды бер туҡтауһыҙ болғатып тороп, утта ҡайнатып сығарабыҙ. Ул һыуынғас, торттың һәр ҡатына һөртөп, үҙебеҙгә биҙәйбеҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: