Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

Йорт-ҡураларығыҙға бәрәкәт, ғаиләләрегеҙгә - татыулыҡ, балаларығыҙға -тәүфиҡ, үҙегеҙгә күңел көрлөгө теләйбеҙ!

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Календарҙа марттың, яҙҙың тәүге көнө шулай билдәләнгән һәм хәҙер беҙҙә рәсми булмаһа ла, милли, ижтимағи-сәйәси даирәләрҙә шулай тип йөрөтөлә.
Ғаилә - ил тотҡаһы, беҙҙең өсөн ғаилә ил терәге генә түгел, тел, йола, мәҙәнилекте лә һаҡлаусы донъя. Был донъябыҙҙы гел яҙ ҡояшы яҡтыртһын, йылы булһын һәм ул ситтән иҫкән яуыз ел-бурандарға бирешмәһен ине. Ҡатын ирҙе, ир ҡатынды, бала ата-әсәйҙе, өләсәй-олатайҙы, башҡа туғандарҙы хөрмәт итһен, яратһын. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар????. Яҙҙың тәүге көнө - терелеккә яңы һулыш????, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын! Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын. Байрамыбыҙ менән, милләттәштәр!

1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө
1 март - Башҡорт ғаиләһе көнө
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: