Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Йылмай бер генә

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ҡайһы бе­рәүҙәрҙең йөҙө һәр саҡ ҡояштай бал­ҡый, берәүҙәрҙеке - ҡар болото томала­ған күктәй.

Йылмай бер генә
Йылмай бер генә

Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: ҡайһы бе­рәүҙәрҙең йөҙө һәр саҡ ҡояштай бал­ҡый, берәүҙәрҙеке - ҡар болото томала­ған күктәй.
Табиптар йылмайыуҙың иң тәүҙә кешенең үҙе өсөн файҙалы икәнен асыҡлаған. Ул - күңел төшөнкөлөгөнә ҡаршы иң ҡулай сара. Тырышып ҡына йылмайған кешенең сырайында ла ҡара болоттар тарала. Йылмайыу организмдың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттыра, ирен мускулдарының йылмайыу хәрәкәте нервы системаһын көйләй, тип раҫлай белгестәр.
Йәнә Американың Мичиган университеты ғалимдары яҡшы күңелле, башҡаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы кешеләр оҙаҡ йәшәй, тип раҫлай.
Иң шәбе шул: был алда әйтелгән ике фекерҙе лә тап үҙеңдә, үҙ тәжрибәңдә һынап ҡарарға мөмкин бит! Ҡояштай балҡып яғымлы йылмайыуҙан, таныштарға ла, башҡаларға ла ҡулдан килгән ярҙам ҡулы һуҙыуҙан кем тыя беҙҙе? Ә әжере кешенең үҙенә ҡайтасаҡ: яҡшы кәйеф, ҡәнәғәтлек, ҡыуаныс булып...

Йылмай бер генә
Йылмай бер генә
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: