Конгэк
+15 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
8 Сентябрь , 09:35

Сабыйға үлгән кешенең исемен ҡушырға яраймы?

Донъяға яңы килгән кешегә исем ҡушыу яуаплы эш. Бөгөн заманса яңғырашлы ят исемдәр ҡушыу модаға инде. Исемде үҙгәртергә яраймы?

Дин әһелдәренең аңлатыуынса, Аллаһы Тәғәлә Ҡөръәндәге “Әл Әзхәб” сүрәһенең 5-се аятында:” Балаларығыҙҙы уларҙың аталарына нисбәт ҡылығыҙ, Аллаһы хозурында ғәҙелерәктер”, - ти. Баланы әсә тыуҙырһа ла,  иң элек ул - атаһыныҡы. Балаға исем ҡушыуҙы етенсе көнгә башҡарырға кәрәк. Исемде бала тыуған көндә лә ҡуштырырға ярай.

Аллаһ ҡаршыһында иң хәйерле исемдәр – Ғабдулла һәм Ғабдрахман исемдәре. Ғабдулла – Аллаһ ҡоло, Ғабдрахман – рәхмәт эйәһе булған Аллаһ ҡоло тигәнде аңлата. Ғөмүмән, “Ғабд” һүҙе менән башланған һәм шуға өҫтәп Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһе ҡушылһа, был хәйерле исем һанала.

Дин белгестәре балаға үлгән кешенең исемен ҡушырға ярай, ти. Беҙ былай ҙа донъялыҡҡа килеп киткән сәхәбәләр, ҙур ғалимдар, батырҙар исемен ҡушабыҙ.

Насар мәғәнәне аңлатҡан исемде  алмаштырырға кәрәк тип иҫәпләй улар.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: