Агрофирманың күп йыллыҡ эш тәжрибәһе бар. Малсылыҡ,үҫемлекселек йүнәлеше бергә алып барыла. Хужалыҡтың дөйөм ер майҙаны 1580 гектар тәшкил итә, мал аҙығы һәм уның сифатына иғтибар ҙур. Әлегә тиклем яңы мал фермаһы төҙөү бары тик планда ғына булһа ла, киләсәктә заманса объект төҙөү мөмкинлеге бар. Мал һаны - 450 баш, бер баш һауын һыйырынан 17-18 литр һөт һауыла. Көҙгө-ҡышҡы осорға һарайҙар ремонтланған, ағартылған. Мал аҙығы йылдағыса артығы менән тупланнған: 3 мең тонна сенаж, 2 мең тонна бесән ферма биләмәһенә килтерелгән. Әминә Байморатова, Рәлиә Бикташева, Альбина Кәримова, Илмира Иҫәнова, Фәнүзә Ханнановаларҙың тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы һөт кимәлен арттырыу, үрсем алыуға булышлыҡ итә. Селекция буйынса эш алып барыла, көтөүлектәр яңыртыла.