ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
17 Ноябрь 2016, 14:34

Ил яҙмышы һеҙҙең ҡулда

Йылдағыса ҡала мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. БР Ауыл хужалығының механизациялау буйынса бүлек начальнигы Наил Вахитов район аграрийҙарын ҡотлап, республика етәкселеге исеменән рәхмәт белдерҙе. “Республика Рәсәйҙә үҙен алдынғы аграр төбәк итеп танытты.

Йылдағыса ҡала мәҙәниәт йортонда ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. БР Ауыл хужалығының механизациялау буйынса бүлек начальнигы Наил Вахитов район аграрийҙарын ҡотлап, республика етәкселеге исеменән рәхмәт белдерҙе. “Республика Рәсәйҙә үҙен алдынғы аграр төбәк итеп танытты.



Ағымдағы миҙгелдә 3,3 миллион тонна иген йыйылды - был уҙған йыл менән сағыштырғанда 600 мең тоннаға артыҡ, шулай уҡ шәкәр сөгөлдөрө - 1,3 миллион тонна, көнбағыш 230 мең тонна, 333 мең тонна йәшелсә үҫтереп алынды. 9 айҙа үҫемлекселектә 61 миллиард һумлыҡ, малсылыҡта 67, 8 миллиард һумлыҡ тулайым продукция етештерелде. Республика бураһын тулыландырыуға крәҫтиән-фермер һәм ярҙамсы хужалыҡтар тос өлөш индерә. Ит, һөт етештереүҙә лә алдынғы урындабыҙ”, - тине ул һәм агросәнәғәт комплексында намыҫлы хеҙмәте өсөн бер төркөм алдынғыларға Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Маҡтау грамотаһын тапшырҙы.


Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та тантаналы йыйылышта ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотланы һәм райондың социаль- иҡтисади торошо,үҫешенә байҡау яһаны. Байрам айҡанлы, район Хакимиәте башлығы ҡулынан хеҙмәт алдынғылары Маҡтау грамотаһы, иҫтәлекле бүләк алды. Район башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальниы Ринат Сәйфетдинов миҙгел эштәренең сифатлы һәм үҙ ваҡытында тамамланыуы тураһында белдерҙе. Иң күп иген йыйыған хужалыҡтар исемлегендә - Салауат исемендәге кооператив, “Ашҡаҙар “ хужалығы һәм “Дружба” йәмғиәте. Район буйынса 131 мең тонна бөртөклөләр йыйылған, уртаса гектар ҡеүәте - 23,1 центнер. Киләһе йыл уңышына ужым култьуралары сәселгән, орлоҡ тупланған. Район хужалыҡтары заманса техника һатып ала, ағымдағыһында ул 350 миллиондан һум тәшкил итте. Күп хужалыҡ етәкселәре иген киптереү һәм һаҡлау комплекстары төҙөнө. Малсылыҡ тармағы ла үҙгәрештәр кисерә, көтөүлектәр тоҡомло мал иҫәбенә тулылана. Тантаналы йыйылышҡа район, ҡала үҙешмәкәр артистары әҙерләнгән концерт номерҙары йәм өҫтәне.
Читайте нас: