Конгэк
+2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
24 Ноябрь 2016, 13:12

Тәүге медицина ярҙамы өсөн шарттар булдырылды

Ошо көндәрҙә Бельский ауылында ФАП асылды һәм беренсе пациенттарын ҡабул итте. Первомай ауыл биләмәһендә уҙған Хакимиәт көндәрендә ФАП-ты (фельдшер-акушер пункты) ремонтлау тураһында халыҡ мөрәжәғәте күп яңғыраны.

Ошо көндәрҙә Бельский ауылында ФАП асылды һәм беренсе пациенттарын ҡабул итте.
Первомай ауыл биләмәһендә уҙған Хакимиәт көндәрендә ФАП-ты (фельдшер-акушер пункты) ремонтлау тураһында халыҡ мөрәжәғәте күп яңғыраны.



Ярты быуат элек төҙөлгән учреждение замана талаптарына яуап бирмәгәнлектән, тораҡ пунктта беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү учреждениеһына капиталь ремонт талап ителеүе бәхәсһеҙ ине.


Бельский ауылында 300 ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 56-һы балалар, ошо көндәрҙә сабыйҙар һанының тағы артыуы көтөлә, 1 һуғыш ветераны.


Ниһайәт, быйыл Бельский ауыл ФАП-ы капиталь ремонт талап ителгән исемлеккә индерелеп, республика, район үҙәк дауаханаһы һәм урындағы бюджеттан аҡса бүленде. Бинаның ҡыйығы, иҙәне, тәҙрә ишектәре алмаштырылған, һыу, йылытыу, канализация торбалары үткәрелгән, өҫтәмә санитар бүлмә төҙөлгән, фасады алмаштырылған, өр-яңынан эшләнгән ҡабул итеү, процедура бүлмәләре медицина һәм санитария талаптарына яуап бирә, фойе айырым йыһазландырылған.


Ошо көндәрҙә ауыл ФАП-ы тантаналы асылды һәм беренсе пациентты ҡабул итте.


Ауыл халҡы өсөн көтөп алынған сарала район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, район үҙәк дауаханаһы баш врачы Ришат Күзбәков, ауыл биләмәһе башлығы Михаил Маврин, подрядсы ойошма вәкилдәре ҡатнашты. Район етәксеһе Рөстәм Шәмсетдинов халыҡ менән аралашты, учреждение биләмәһен йәшелләндереү, төҙөкләндереү кәрәклегенә иғтибарҙы йәлеп итте. Район үҙәк дауаханаһы баш врачы Ришат Сөләймән улы ла халыҡ һаулығын һаҡлауҙа бындай эштәр артабан дауам итәсәген белдерҙе. Әйткәндәй, быйыл Мотай, Восточный, Һарыш, Яңауыл ауылдарында ФАП-тар ремонтланған.


Фельдшер Зәйтүнә Мысырғәлина башҡарылған эштәр менән ҡәнәғәт. “Беренсенән, эстә һыу булманы, бүлмәләрҙә һалҡын, халыҡты бындай шарттарҙа ҡабул итеү ҡыйын ине. Ауылдаштарымдың район Хакимиәте, үҙәк дауахана етәкселеге, ауыл биләмәһе башлығына рәхмәтенә мин дә ҡушылам. Ауылда медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа, байрам һәм ял көндәре булмай тип әйтерлек. Халыҡ әүҙем тормош алып бара, шунлыҡтан грипп, ОРВИ менән һирәк ауырый. Оло йәштәгеләр иһә ҡан баҫымы менән яфалана. Дарыуҙарҙы, врач тәғәйенләгән препараттарҙы заявка буйынса алып ҡайтам”, - ти Зәйтүнә Ағиҙел ҡыҙы.


Тантаналы сараға йыйылған халыҡ ремонтты юғары баһаланы.


- Ауылда бөтә шарттары булған фельдшер-акушерлыҡ пункттары кәрәк. Беҙ ошо изге эште башҡарыусыларға рәхмәтле,- ти ауыл халҡы.
Читайте нас: