Билдәле булыуынса, магнитҡа ҡаршы пломба иҫәпләү приборҙарын алдап күрһәтеүҙең бер нисә төрөн контролдә тота ала.
Пломба-индикатор магнитты тойған суспензия менән тултырылған капсуланы хәтерләтә. Пломба уртаһында тамсыға оҡшаш нөктә билдәләнгән. Иҫәпләү приборына магнит ҡуйған осраҡта ул үҙенең структураһын боҙа. Һөҙөмтәлә приборға магнит ҡуйылғанын асыҡларға мөмкин.