Бәйгенең тәүге дүрт этабы Дүртөйлө, Иглин, Дыуан һәм Баймаҡ райондарында ойошторолғайны. Уларҙа 200-ҙән ашыу ат һәм 170 спортсы ҡатнашты. Мәләүезгә шуларҙың иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре килгәйне.
Бәйгеселәрҙе район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов ҡотланы һәм райондың ат спорты үҫешенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны.
"Толпар" ат спорты комплексына нигеҙ 1976 йылда Әҙһәм Шәрәфетдинов башланғысы менән һалынды. Бына дүрт тиҫтә йылдан ашыу ул матур традицияларҙы һаҡлап, үҙенең эшен дауам итә. 2013 йылдан комплексты Михаил Разаренов етәкләй. Унда бөгөн ат спортын үҫтереү үҙәге уңышлы эшләй. "Толпар"ҙа шулай уҡ инвалид балалар өсөн төркөм булдырылған.
Ат спортын үҫтереү үҙәге тәрбиәләнеүселәре төрлө кимәлдәге ярыштарҙа, республика, Рәсәй, халыҡ-ара чемпионаттарҙа ҡатнаша һәм уңыштар яулай. Бәйге барышында комплекс спортсылары күрһәтмә сығыш яһауы ла учреждениеның уңышлы эшләүен дәллилләне.
Ярыша ҡатнашыусыларға ихтыяр көсө, юғары һөҙөмтә һәм еңеү теләп, Башҡортостан Хөкүмәте аппараты социаль-гуманитар үҫеш департаменты бүлек мөдире Марсель Кашаев, республиканың Ат спорты һәм йылҡысылыҡ ассоциацияһы рәйесе Рәсим Зарипов, Таһир Күсимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромы директоры Владимир Артомоновтар сығыш яһаны.
Спортсылар биш номинацияла уҙышты.
Өс йәшлек юртаҡтар араһында "Тергеҙеү" призына ярышта "Кубрик" ҡушаматлы атта М.А.Машинец (Силәбе өлкәһе) беренсе урынға лайыҡ булды. Икенсе-өсөнсө урындарға "Беспечный" һәм "Верховод"та В.Р.Абсаликов (Кушнаренко) һәм Д.С.Кочетулин (Дыуан) сыҡты.
"Урал батыр" призына өс йәшлек һәм унан өлкәнерәктәр уҙышты. Был төркөмдә "Стар Чемп" ҡушаматлы атта С.И. Таймасова (Баймаҡ) еңеүсе булды. Икенсе урынды "Гросс" менән Е.В.Федоров (Ауырғазы) яуланы. Өсөнсө урынды "Гамма"ла В.А.Бобир (Мәләүез) алды.
"Сағыштырыу" призына бәйгелә 4 йәшлек һәм унан өлкән юртаҡтар ярышты. Унда "Галл" ҡушаматлы аттағы Д.С.Кочетулинға (Өфө) етеүсе булманы. Ҡалған маҡтаулы урындарҙы И.Р.Шархабдуллин (Дүртөйлө) һәм М.А.Машинец (Өфө) яуланы.
"Ышаныс" призына ярышта "Реквием Ди Гас" ҡушаматлы атта А.Ф.Ғәйфуллин (Кушнаренко) беренселеккә сыҡты. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Р.Г.Таймасов (Баймаҡ) һәм А.М.Бузанов (Өфө) "Гэйли" һәм "Камалия" ҡушаматлы аттарҙа ярышып алды.
Һуңғы номинацияла, йәғни "Ватан ынйылары" призына ярышта маҡтаулы урындарҙы "Колумб", "Выпуск", "Жифорс" ҡушаматлы юртаҡтарҙа А.А.Машинец (Өфө), П.Т.Сәйетов (Кушнаренко) һәм Д.С.Кочетулин (Өфө) яуланы.
"Ҡанатлы ат" республика бәйгеһенең алтынсы йәғни йомғаҡлау этабы "Аҡбуҙат" ипподромында үтәсәк.
Һүрәттә: Юртаҡтар бәйгеһе.