Буласаҡ һалдаттарҙың армия тураһында белемен арттырыу, мәктәптә алған күнекмәләрен ғәмәлдә ҡулланыу, тиҫтерҙәре менән аралашыу һәләтен, уҡыусыларҙың үҙойошҡанлығын үҫтереү маҡсатында йыл һайын ҡалала Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөн үткәреү матур традицияға ингән. Унда Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыласаҡ үҫмерҙәр үҙҙәренең спорт һәләтен һәм ҡорал менән эш итеү оҫталығын күрһәтә.
Федераль яза башҡарыу хеҙмәте баш идаралығы уҡыу үҙәгенең күнекмәләр майҙанында теҙелгән уҡыусыларҙы Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары буйынса хәрби комиссариат бүлеге начальнигы, подполковник Рөстәм Ҡантимеров, район Хакимиәтенең йәштәр секторы мөдире Ринат Ғибәҙуллин, Рәсәй ДОСААФ-ы урындағы бүлексәһе рәйесе Фәйрүз Ғафаров Хеҙмәткә саҡырылыусалар көнө менән ҡотлап, буласаҡ Ватанды һаҡлаусыларға рухи һәм физик ныҡлыҡ, ихтыяр көсө, илһөйәрлек тойғоһо, маҡсатҡа ынтылыш һәм уңыштар теләне. Уҡыу үҙәгенең хәрби һәм физик әҙерлек бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Константин Фролов йәш быуынға Рәсәй Армияһында ҡулланылған ҡоралдарҙың өлгөләре тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Йылдағыса үҫмерҙәр автоматты һүтеп-йыйыу, 100 метрға уҙышыу, турникта күтәрелеү һәм мәргәнлеккә һынау тотто. Восточный мәктәбе 11-се класс уҡыусыһы Ислам Бикташев үҙен киләсәктә Тыуған иленең лайыҡлы улы итеп күрһәтеренә ышана. “Һәр егет, иң беренсе, үҙен Ватан һаҡсыһы итеп танытырға тейеш. Яҡшы һалдат булыу өсөн физик әҙерлекле, көслө ихтярлы, батыр йөрәкле булырға кәрәк, тип уйлайым. Минең үҙемә килгәндә, спорт менән шөғөлләнергә яратам. Шуға ла конкурс һынауҙарын үтермен тип ышанам”, - ти үҫмер.
Ярыш көсөргәнешле шартта үтте. Һәр конкурсант еңеүгә ҙур ынтылыш күрһәтте. Шулай итеп, турникта күтәрелеүҙә беренсе урынды Илнур Сәйфуллин (9-сы гимназия), Дауыт Улиәхмәтов (Нордовка) яуланы. Автоматты һүтеп-йыйыуҙа Антон Измяков (8-се мәктәп), Айгиз Аҙнабаев (Һарыш) беренселеккә сыҡты. 100 метрға йүгереүҙә Азамат Сәғитов (9-сы гимназия) һәм Ислам Бикташевҡа (Восточный) етеүсе булманы.
Һүрәттәрҙә: Уҡыу үҙәгенең хәрби һәм физик әҙерлек бүлеге начальнигы Константин Фролов йәш быуынға Рәсәй Армияһында ҡулланылған ҡоралдарҙың өлгөләре тураһында һөйләй.