Тарихи белешмә: 1943 йыл Стрелицы ауылы аша Аҡтүбә ҡалаһында төҙөлгән 101-се уҡсы бригада үтә. Ошо йылдың 24-26 сентябрендә, Демидов районы Стрелицы ауылында бәрелештә 26 совет һалдаты һәләк була һәм ерләнә. Махсус рөхсәт алғас, июндә “Авангард” эҙләү отряды эскгумация эштәре уҙғарҙы. 101-се уҡсы бригада составында танкыға ҡаршы рота һалдаттары ла була”.
Яңыраҡ беҙҙең әүҙем уҡыусыбыҙ Фәнис ағай Бикташев тулҡынланып телефон аша шылтыратты. “1911 йылда Йомағужа районы Әбет ауыл советына ҡараған Ҡалай ауылында тыуып, фронтҡа алынған һалдат Кәримов Иҙрис Ямалетдин улын Смоленск өлкәһендә медальоны аша табып, яңынан ерләгәндәр. Мәләүезгә уның ейәнсәре килә, осрашырға теләмәйһегеҙме!?”- тине.
Олатаһы Иҙрис Кәримов тураһында Күгәрсен районы Һапаш ауылында йәшәгән ейәнсәре Әнисә Мәзитованың хәтирәләре әллә ни бай түгел. “Әсәйем олатайымды фронтҡа оҙатҡас, донъяға килгән. Ауылдаштар уны күңелсәк, ихлас, йомарт булғаны өсөн ихтирам иткән. Һуғыш башланғанда уға ни бары 30 йәш була. Ҡарт өләсәйҙәргә уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хат килә, әммә унда урыны, ваҡыты күрһәтелмәй. Әсәйем ғаиләлә бер бөртөк бала, бөгөн дә иҫән-һау. Атаһының күмелгән урыны табылып, туғандар ҡәберлегенә яңынан ҙур хөрмәт менән ерләнәсәген белгәс, илап ебәрҙе”,- тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Әнисә Миңлебай ҡыҙы. Эйе, бөгөн 76 йәшен тултырған хеҙмәт ветеранының хис- кисерештәрен аңларға була. Уның атаһының көслө ҡулдарынынан етәкләгеһе килмәгән дә, ҡәҙерлеһенән кәңәш һорағыһы килмәгән тиһегеҙме!?
Смоленск өлкәһенең “Долг” эҙләү йәмғиәте координаторы Александр Семенов телефон аша түбәндәгеләрҙе һөйләне: “ 2017 йылдың 21 сентябре - беҙҙең өсөн мөһим дата. 74 йыл элек Смоленск өлкәһенең Демидов районы немец илбаҫарҙарынан азат ителә. Ике йыл алып барылған ҡаҙыу эштәре барышында “Патриот”, “Сапшо”, “Чека” эҙләнеү отрядтары 32 һалдат ҡәберен тапты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шуларҙың алтыһының исем-шәрифен бер нисек тә билдәләү мөмкинлеге юҡ, ә ҡалғандарын медальон, архив документтары аша билдәләнек.
21 сентябрҙә Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалған 32 совет һалдаты тантаналы шарттарҙа “Хәтер яланы” (“Поле памяти”) мемориал комплексында мәңгелек тынғылыҡ тапты. Улар илебеҙҙең төрлө мөйөшөнән - Башҡортостан, Грузия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, шулай уҡ Һарытау, Тула, Воронеж өлкәләре һәм башҡа ерҙән”.
47 йылдан һуң сит тарафта башын һалған башҡорт һалдаты Кәлимуллин Иҙрис Ямалетдин улы һәм уның менән бергә һуңғы һулышына тиклем немец илбаҫарҙарына ҡаршы күтәрелгән ҡаһармандар даны тыуған төйәгенә йылдар аша әйләнеп ҡайтты. Был- ҡаһарманлыҡтың мәңгелек икәнлегенә дәлил түгелие ни!?
ҺҮРӘТТӘ: “Хәтер яланы”-да башҡорт яугирының исеме бар.